06:23 (UTC+5), 02 Марта 2013

Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәләтле балаларға ярҙам йөҙөнән хәйриә кисәһе ойошторолдо

Эльмира Сабирова
Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәләтле балаларға ярҙам йөҙөнән хәйриә кисәһе үтте. Спорт менән шөғөлләнгән был һәләтле, маҡсатҡа ынтылышлы балалар тиҫтерҙәре генә түгел, өлкәндәр өсөн дә өлгө булып тора. Улар спортта ла, тормошта ла ысын чемпиондар, тип билдәләнеләр кисәлә.
М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үткән сарала һигеҙ тапҡыр Паралимия уйындары чемпионы Оксана Савченко, Рәсәйҙең Паралимпия комитеты вице-президенты, 13 тапҡыр Паралипия чемпионы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, бокс буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты Николай Валуев, 2006 йылда Туринда үткән Олимпия уйындарының көмөш призеры Алексей Селиверстов ҡатнашты. «Мәрхәмәт» фонды менән ойошторолған кисәгә шулай уҡ VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусылар ҙа килде. Һәм был осраҡлы түгел. Сөнки сара тап ошо ярыштар сиктәрендә үткәрелде.
— Был көндәрҙә республиканың бәләкәй граждандары һәм бөтә донъянан беҙҙең йәш дуҫтарыбыҙ өсөн Өфө олимпиада үҙәгенә әйләнде, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. – Өлкәндәр өсөн Олимпиада үткәрелгәндән һуң, ҡағиҙә булараҡ, Паралимпиада ойошторола. Һәм бөгөн Торстен Раш менән был идея тураһында һөйләшкән ваҡытта, ул шундай фекерен белдерҙе: әлеге хәйриә кисәһе балалар уйындары тамамланғандан һуң, Паралимпиада үткәреү йолаһын башлап ебәрергә тейеш.
— Был залға күңелле сәбәп буйынса – үҙ-ара танышып, дуҫлашыр өсөн йыйылдыҡ, - тине «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фондының Попечителлек советы рәйесе Гөлшат Хәмитова. – Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан, спорт менән шөғөлләнергә теләгән балаларға өлкәндәрҙең иғтибарын йәлеп итеү мөһим. Был осрашыу ҙур дуҫлыҡҡа нигеҙ һалыр, тип ышанғы килә, сөнки балалар ололарҙың ярҙамына мохтаж.
Сара һуңында бағыусылар саңғы ярыштары буйынса ике командаға, хоккей һәм тау саңғыһы буйынса командаларға спорт ҡорамалдары бүләк итте. Шулай уҡ насар ишеткән балалар өсөн мәктәп-интернатта тәрбиәләнеүселәр бүләккә микроавтобус алды.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика