05:56 (UTC+5), 01 Март 2013

Башҡортостандың һәләтле йәштәренә премиялар тапшырылды

Эльмира Сабирова
Республикала 138 йәш кешегә дәүләт ярҙамы буйынса премиялар тапшырылды. 60 мең һум күләмендәге премияға – 29 кеше, 30 мең һум күләмендәге премияға 109 кеше эйә булды. Бындай наградаларға балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениеларында тәрбиәләнеүселәр, училище, лицей, колледж, мәктәп уҡыусылары, юғары уҡыу йорттары студенттары лайыҡ булды. Уларҙың барыһы ла халыҡ-ара, Рәсәй һәм төбәк олимпиадаларында, төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа еңеүсе һәм призер булған.
«Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә премиялар йыл һайын 14-25 йәштәрҙәге һәләтле ҡыҙ һәм егеттәргә тапшырыла. Иң яҡшылары биш номинация буйынса билдәләнә. Улар - «Социаль әһәмиәтле һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге», «Ғилми-техник ижад һәм уҡытыу-тикшеренеү эшмәкәрлеге», «Художестволы ижад», «Һәүәҫкәрҙәр спорты» һәм «Профессиональ оҫталыҡ».
«Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә һәләтле йәштәргә ярҙам итеү өсөн премиялар РФ Президенты Указына ярашлы Рәсәйҙә һигеҙенсе тапҡыр тапшырыла. БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2006 йылдан алып Башҡортостанда йәшәүсе 889 кеше премия лауреаты булған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика