Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.47
+0.03
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2013, 11:13

Өфөлә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары асылды

Өфөлә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын асыу тантанаһы үтте. Сара төрлө ҡалаларҙан килгән спортсылар командалары парадынан башланды.
Өфөлә Рәсәйҙең һәм башҡа илдәрҙең 30 ҡалаһынан спортсылар йыйылды. Уйындарҙы ҡабул итеүсе команда составында Башҡортостан Республикаһының алты ҡалаһы – Белорет, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Учалы һәм Өфө вәкилдәре бар.
Байрамдың абруйлы ҡунаҡтары араһында Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит, РФ Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Игорь Ананских, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм Өфө ҡалаһы мэры Ирек Ялалов булды.
Тантаналы сарала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Уйындарҙа ҡатнашыусыларға телеграммаһы уҡып ишеттерелде.
— VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы, ойоштороусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләйем, - тиелә Рәсәй Президенты хатында. – Бындай ҙур сараның быйыл беҙҙә үткәрелеүе ҡыуаныслы. Ҡышҡы спорт төрҙәре беҙҙә һәр саҡ популяр булды. Бөгөн Өфө Рәсәйҙең һәм башҡа илдәрҙең төрлө ҡалаларынан алдағы этаптарҙа еңеүселәрҙе, иң көслө, маҡсатҡа ынтылышлы йәш спортсыларҙы сәләмләй. Һеҙҙең барығыҙ ҙа етди һынауҙарға әҙер һәм барлыҡ оҫталығығыҙҙы, ихтыяр көсөгөҙҙө күрһәтерһегеҙ, тип ышанам. Тамашасыларҙы ғәҙел, матур һәм компромисһыҙ уйынығыҙ менән ҡыуандырығыҙ! Әлбиттә, күпселек көйәрмәндәрҙең иғтибары Рәсәй спортсыларының уйындарына йүнәлтеләсәк. Барлыҡ атлеттарға - уңыштар, ә тамашасыларға онотолмаҫ тәьҫораттар теләйем!
Халыҡ-ара балалар уйындары гимны яңғырап, спорт форумы флагы күтәрелгәндән һуң, сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны:
— Хәйерле кис, Өфө! Барығыҙҙы ла VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары асылыуы менән ҡотлайым һәм ғәҙел уйын алып барыуығыҙҙы, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүегеҙҙе, күтәренке кәйеф һәм уңыштар теләйем. Спорт – ул дуҫлыҡ, спорт – ул көс! – тине Президент.
Бынан һуң Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш Өфөлә спорт форумын асыҡ тип иғлан итте.
Автор:Дмитрий Слезин
Читайте нас: