13:05 (UTC+5), 28 Февраля 2013

Баш ҡалала «Смарт-төбәк: электрон уҡытыу мөмкинлектәре» халыҡ-ара конференцияһы асылды

Розалия Вәлиева
Өфөнөң Конгресс-холында «Смарт-төбәк: электрон уҡытыу мөмкинлектәре» халыҡ-ара конференцияһы асылды. Форумды асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
— «Аҡыллы йәмғиәт», «аҡыллы төбәк» - халыҡ араһында әле киң таралмаған аңлатмалар һәм бөгөн улар хаҡында фекер алышыу мөмкинлеге бар, - тине төбәк башлығы. – Бөгөнгө көндә цивилизация белем кимәле йәһәтенән ныҡ үҫешә. Ҡайһы бер категорияларҙа белем кимәле йылына хатта ун тапҡырға арта. Былтыр беҙ Кореяла булдыҡ. Был ил тәбиғәт ресурстарына ул тиклем бай түгел, әммә фән, мәғариф, йәмғиәтте үҫтереү өлкәләрендә ул юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә алған.
- Электрон уҡытыу темаһы беҙҙең өсөн үтә мөһим, - тип дауам итте Президент. – Был уҡыу йорттарын уңышлы тамамлаған йәш белгестәрҙе үҙебеҙҙең республикала ҡалдырыу мөмкинлеген бирә. Кешеләр өсөн көрәшеү төп бурыстарҙың береһе булып тора.
Республика башлығы хәбәр итеүенсә, яңы технологияларға мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ғына түгел, ололар ҙә йәлеп ителәсәк. Электрон уҡытыу системаһы ярҙамында халыҡ үҙ белемен йыл һайын яңыртып тороу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. 10 йыл элек алынған белем менән файҙаланыу төптө дөрөҫ түгел, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең бер нисә төбәге бындай программаны тормошҡа ашыра башлаған да инде.
Конференцияла мәғариф идаралығы органдары, юғары уҡыу йорттары, башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары вәкилдәре, шулай уҡ электрон уҡытыу өсөн программалар әҙерләүсе белгестәр ҡатнаша. Махсус ҡунаҡ – Корея Республикаһының Университет белеме биреү буйынса советының генераль секретары, профессор Хван Дэ-Джун.
Форум программаһында 28 февралдә Башҡортостандың уҡыу йорттарында электрон белем биреү системаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр һәм пленар ултырыш үткәреү ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика