12:23 (UTC+5), 27 Февраля 2013

Торстен Раш: «Өфө VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы йылы ҡабул итте»

Дмитрий Слезин
VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын асыу тантанаһы алдынан спорт форумы етәкселәре менән матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Унда Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш, Көньяҡ Кореяла урынлашҡан Дэгу ҡалаһының белем биреү учреждениеһы попечителдәре советы рәйесе Шин Чоль Вон һәм Халыҡ-ара балалар уйындарының Өфөләге дирекцияһы етәксеһе Александр Степанов ҡатнашты.
— Халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерлек кимәле, ойоштороу комитеты эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәтмен. Ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙы йылы ҡабул иткәнегеҙ өсөн рәхмәт, - тине Торстен Раш. – Сит ил ҡунаҡтарының күпселеге Өфөнө тәүгә күрә.
Торстен Раш киләһе матбуғат конференцияларының береһен уйындарҙа ҡатнашыусыларҙың үҙҙәре менән үткәрергә тәҡдим итте.
Сарала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, спорт форумы көс һынашыу өсөн генә түгел, ә йәштәр араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, бәйләнештәр булдырыу маҡсатында ла ойошторола.
Бынан алда үткәрелгән Ҡышҡы уйындар менән сағыштырмаса, быйыл ярыштарҙа ҡатнашыусылар һаны ике тапҡырға күберәк. Башҡортостан баш ҡалаһында 20 илдең 60 ҡалаһынан спортсылар йыйылды.
Спорт форумын үткәреүҙә бағыусылар ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Мәҫәлән, «Газпром — балаларға!» программаһы буйынса Уйындар ойоштороуға һәм үткәреүгә генераль бағыусы - «Газпром» компанияһы 200 миллион һум аҡса бүлгән.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика