10:32 (UTC+5), 26 Февраля 2013

Баш ҡалала «Мәғариф. Фән. Карьера» күргәҙмә-форумы асылды

Эльмира Сабирова
26 февралдә Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында XIII «Мәғариф. Фән. Карьера» күргәҙмәһе асылды.
Йылдан-йыл форумда ҡатнашыусылар һаны арта бара. Быйылғы күргәҙмәлә республиканың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары, башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары, кадрҙар үҙәктәре – йәмғеһе 100-ҙән ашыу уҡыу йорто, шулай уҡ Рәсәйҙең 16 төбәгенән 30-ға яҡын университет ҡатнаша.
— Бында мәғариф системаһының интеллектуаль продукты, университеттар һәм колледждар эшләнмәләре, уларҙың ҡаҙаныштары тәҡдим ителә. Күргәҙмәлә уҡыу йортоноң тарихы менән генә түгел, ә уның киләсәккә пландары менән дә таншырға мөмкин, - тине РФ Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе Александр Дегтярев.
Форумдың эшлекле программаһы сараларға бай. Смотр сиктәрендә вакансиялар йәрминкәһе эшләйәсәк, йәштәр мәшғүллеге буйынса семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк, шулай уҡ Башҡортостанда тегелгән мәктәп формаларын күрһәтеү ойоштороласаҡ.
Күргәҙмәнең һуңғы көнөндә, 1 мартта, юғары, урта һәм башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары араһында үткәрелгән «Алтын өкө» конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтә.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика