Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
75.73
0
90.47
0
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2013, 12:15

«Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына Борис Ғөзәйеров яуап бирә

20 февралдә «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы начальнигы Борис Ғөзәйеровтың онлайн-конференцияһы бара.
Урындағы ваҡыт менән 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендәге тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала.
Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.
Борис Ғөзәйеровтың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.
Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.
Автор: Сергей Захаров
Читайте нас