09:47 (UTC+5), 19 Февраль 2013

Билдәле ғалим Нурали Латипов Башҡортостанда Нобелев резервындағы мәктәп булдырырға тәҡдим итә

Дмитрий Слезин
Өфөгә танылған ғалим, сәйәси һәм ғилми консультант, беренселәрҙән булып «Гәлсәр Өкө»гә эйә булған журналист һәм яҙыусы Нурали Латипов килде. Ул «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» спорт-интеллектуаль уйынының Өфөләге ҡатнашыусылары менән осрашып, Башҡортостанда Нобелев резервындағы мәктәп булдырырға тәҡдим итте.
Әлеге ваҡытта БР Фәндәр академияһы менән «Инновацион университет» һәм «Нобелев резервындағы мәктәп» исемле берлектәге проекттар тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе асыҡлау, ғилми элита тәрбиәләү уларҙың төп маҡсаты булып тора. Нигеҙҙә, проекттар дәүләттең инновацион иҡтисадка күсеү кеүек стратегик маҡсатына ирешеүгә булышлыҡ итергә тейеш.
— Беҙҙең бурыс – ҡыҫҡа ваҡыт эсендә совет осоронда тупланған тәжрибәгә таянып, махсус мәктәптәр системаһын булдырыу. Һәм уларҙы тап Нобелев резервындағы мәктәптәр тип атау зарур, - тип иҫәпләй Нурали Нурислам улы. – Был уларҙың абруйын күтәреүгә генә түгел, ә тулы ҡеүәтенә эшләгән ғилми учреждениелар системаһын формалаштырыуға ла булышлыҡ итәсәк.
Нобелев резервындағы мәктәптәрҙә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы педагогтары һәм фән хеҙмәткәрҙәре уҡытасаҡ, тип көтөлә. Балаларға белем биреү хеҙмәттәре бушлай күрһәтеләсәк. Проект авторҙарының уйы буйынса, бындай мәктәптәр һайлап алынғандар өсөн генә айырымланған ябыҡ учреждение булмаясаҡ. Барлыҡ дәрестәрҙә онлайн режимда теләгән һәр кем ҡатнаша аласаҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика