05:30 (UTC+5), 18 Февраля 2013

Өфөлә лицензияһы булған һигеҙ шәхси бала баҡсаһы эшләй

Ғәлиә Нәбиева
Өфөлә белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеүгә дәүләт лицензияһы булған һигеҙ шәхси бала баҡсаһы эшләй, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән. Шәхси бала баҡсалары селтәре йылдан-йыл үҫешә. 57 эшҡыуар бала ҡарау, тәбиәләү һәм үҫтереү буйынса хеҙмәттәр күрһәтә.
Муниципалитеттар уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. 2012 йылда дәүләткә ҡарамаған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына 2,1 миллион һумдан ашыу суммаға субсидия түләнгән. Бюджет средстволары педагогик хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын түләүгә, уҡытыу-күргәҙмә әсбаптар, зиһенде үҫтереүсе уйындар һатып алыуға йүнәлтелә.
2013 йылдың ғинуарында ҡала хакимиәте шәхси бала баҡсалары директорҙары менән осрашты, сара сиктәрендә көнүҙәк мәсьәләләр һәм уларҙы хәл иеү юлдары, шулай уҡ бындай бала баҡсалары селтәрен үҫтереү мөмкинлектәре тикшереле.
15 февралдә Ирек Ялалов Гагарин урамында урынлашҡан шәхси бала баҡсаһында булды. «Вариҫ» мәктәпкәсә белем биреү үҙәге «Көнсығыш клубы» ғаилә реабилитациялау һәм үҫтереү үҙәгенә ҡарай. Шәхси бала баҡсаһы ике йылдан ашыу эшләй, уның программалары бөтә ғаилә ағзалары өсөн иҫәпләнгән.
Бөгөнгө көндә бында 15 балаға иҫәпләнгән дүрт төркөм эшләй. Сабыйҙарҙың һәләтен үҫтереү өсөн БР Мәғарифты үҫтереү институты менән раҫланған дәрестәр программаһы әҙерләнгән. Балалар өсөн заманса һәм көнсығыш бейеүҙәре, художестволы гимнастика, айкидо, ушу, вин-чун кунг-фу, сәләмәтләндереү фитнесы буйынса дәрестәр ҡаралған. Бала баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр менән 30-ҙан ашыу хеҙмәткәр эшләй, уларҙың 60 проценты юғары категорияға эйә.
Үҙәктең үҙенсәлеге шунда: һәр ата-әсә, ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, интернет аша балаһын күҙәтә ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика