05:24 (UTC+5), 15 Февраля 2013

Лилиә Ғүмәрова: «Һәр мәктәптә һөнәри йүнәлеш биреү буйынса юл картаһы булырға тейеш»

Эльвира Латипова
Республика Хөкүмәтендә үткән түңәрәк өҫтәлдә «2013-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһында йәш граждандарға һөнәри йүнәлеш биреү системаһын үҫтереү» саралар планы проекты тикшерелде.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, хеҙмәт баҙарында һорау һәм тәҡдимдәр араһында ҙур дисбаланс һаҡлана. Предприятиеларға квалификациялы кадрҙар етешмәй, ә уҡыу йорттарын тамамлаусылар һөнәре буйынса эш таба алмай.
— Эшкә яраҡлы халыҡтың 40 процентын йәштәр тәшкил итә, беҙҙең төп көс тап ошо категорияға йүнәлтелгән булырға тейеш, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.
БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һүҙҙәренсә, республикала һөнәри йүнәлеш биреү буйынса күп эштәр башҡарыла, әммә системалы эшләү етешмәй. Һөҙөмтәлә мәктәптәр, күп һанлы эш тәҡдим итеүселәр, һөнәри белем биреү учреждениелары һәм халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте менән үткәрелгән төрлө һөнәри йүнәлеш биреү саралары хәлде үҙгәртмәй.
Түңәрәк өҫтәлдә шулай уҡ белем биреү учреждениеларының белгестәр әҙерләү йүнәлешен хеҙмәт баҙарындағы һорауға ҡарап һайлауы билдәләнде. Ә хеҙмәт баҙарындағы һорау йәмғиәттең абруй һәм матди файҙа тураһындағы фекеренән сығып формалаша. Шул уҡ ваҡытта халыҡҡа теге йәки был өлкәлә талап ителгән һөнәрҙәр һәм эш хаҡы кимәле тураһында дөрөҫ мәғлүмәт етешмәй. Ленара Иванова һүҙҙәренсә, төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығы, территорияны алдағы йылдарға үҫтереү йүнәлештәренә таянып, хеҙмәт баҙарына һәм мәғариф системаһына сигнал бирергә тейеш.
— Мәҫәлән, Рәсәйҙә пилоттар етешмәй. Уларҙы әҙерләү темпы тейешле кимәлгә еткәнгә тиклем был тенденция биш-ете йыл дауамында һаҡланасаҡ әле. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә экипаж командирҙарының эш хаҡы кимәле яҡынса 400 мең һум тәшкил итә, - тип билдәләне Ленара Иванова. – Йәғни, иң мөһиме, йәштәргә иҡтисадта талап ителгән һөнәрҙәр, профессиональ карьера төҙөү мөмкинлектәре тураһында аныҡ мәғлүмәт етешмәй.
Республиканың мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов проблеманың төп сәбәбен «бизнестың мәктәптәрҙән һәм һөнәри белем биреү учреждениеларынан алыҫлашҡан» булыуында күрә. Уның фекеренсә, «һөнәри йүнәлеш биреү эшмәкәрлеген тармаҡ предприятиелары йүнәлтергә һәм координацияларға тейеш».
Республикала предприятиеларҙың мәктәптәргә шефлыҡ итеүе буйынса ыңғай миҫалдар бар, әммә улар күп түгел. Был эшмәкәрлектә иң ҡыҙыҡлыһы – мәктәп уҡыусылары өсөн производстволарға экскурисиялар ойоштороу, тип иҫәпләй Лилиә Ғүмәрова. Уның фекеренсә, һәр мәктәптә предприятиелар менән үҙ-ара килешеп эш итеү механизмдары, һөнәри йүнәлеш биреү эшмәкәрлегенең юл картаһы булырға тейеш.
Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, һәләтле балаларға айырыуса иғтибар бүлеү зарур. Юғары класлы белгестәрҙең республиканан ситкә китеүенә юл ҡуйырға ярамай.
Һөнәри йүнәлеш биреү системаһын үҫтереү буйынса саралар планы был йүнәлештә ведомство-ара килешеү төҙөүҙе һәм уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү эшмәкәрлеген алып барыу программаһын булдырыуҙы күҙ уңында тота.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика