13:20 (UTC+5), 15 Февраля 2013

Күмертау ҡалаһы 60 йыллығын билдәләй

Арина Рәхимҡолова
Күмертау ҡалаһы быйыл үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы йыл дауамында мәҙәни, спорт, йәштәр саралары, төрлө конкурстар, күргәҙмәләр, тематик кисәләр үткәреләсәк. Шулай уҡ иҫтәлекле йылдың эмблемаһы раҫланған, байрам саралары планы әҙерләнгән.
15 февралдә «Яҙмышым - Күмертау» исемле концерт ойошторолдо, ул байрам сараларына старт бирҙе. Тантаналы сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев, республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаты Хәйҙәр Ғайсин, Күмертау ҡала Советы рәйесе Юрий Мельников ҡатнашты.
Ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында был иҫтәлекле датаға арналған махсус бүлек булдырылған. Башҡортостан Республикаһының Байрам саралары планына ярашлы, төп сара – Ҡала көнө 2013 йылдың 9 июнендә үтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика