Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2013, 18:22

Республика Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләргә әҙерләнә

Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән республикала Ватанды һаҡлаусылар көнөнә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырылды һәм саралар планы раҫланды.
Ойоштороу комитетын БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев етәкләне. Комитет составына министрлыҡтар, ведомстволар, йәмәғәт структуралары вәкилдәре – йәмғеһе 18 кеше инде.
Бойороҡа ярашлы, тантаналы йыйылыш һәм байрам концерты 21 февралдә Өфөнөң Конгресс-холында үтә. Шул уҡ көндө Башҡортостан Президенты байрам айҡанлы ҡабул итеү ойошторасаҡ.
23 февралдә Өфөнөң Еңеү паркында Советтар Союзы Геройҙары А.Мотросов һәм М.Ғөбәйҙуллин һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу тантанаһы үтә. Республиканың ҡала һәм райондарында ла һәләк булған яугирҙарҙың һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу тантаналары ойошторола.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: