13:12 (UTC+5), 12 Февраля 2013

Сибайҙа Урал аръяғының тәбиғәтенә арналған фотокүргәҙмә асылды

Галина Бахшиева
Сибайҙа Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә Владимир Рысиндың «Матурлыҡты аңлау донъяны ҡотҡарыр» исемле тәүге күргәҙмәһе асылды. Йәштәрҙең ял итеү үҙәгендә урынлашҡан күргәҙмәлә 50 ижади эш тәҡдим ителә.
Барлыҡ эштәр Урал аръяғының матур тәбиғәтенә арналған. «Күк йөҙө», «Тауҙар», «Ҡыш», «Йәшәргә теләк», «Образдар», «Сәскәләр» - экспонаттар тематикаһы төрлө.
— Экология тәү сиратта һәр кемдең үҙенән, уның аңынан башлана. Республикала йәшәгән һәр кеше тыуған еребеҙҙең матурлығын күрә, иң мөһиме, аңлай белергә тейеш. Йыш ҡына был матурлыҡты күрәбеҙ, әммә уны һаҡлап ҡалыу өсөн аныҡ эштәр башҡармайбыҙ, - тип билдәләй экспонент, Сибай ҡалаһының 7-се урта мәктәбе директоры Владимир Рысин.
«Матурлыҡты аңлау донъяны ҡотҡарыр» күргәҙмәһе 22 февралгә тиклем эшләйәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика