11:04 (UTC+5), 12 Февраля 2013

Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә 2,8 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән

Арина Рәхимҡолова
2011-2012 йылдарға иҫәпләнгән Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу программаһы тормошҡа ашырыла башлағандан алып Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә 2,8 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы Әлфиә Афзалетдинова хәбәр итте.
Медицина учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға 700 миллион һум аҡса бүленгән. Баш ҡала дауаханалары һәм поликлиникалары өсөн 1627 берәмек медицина ҡорамалы һатып алынған.
Мәғлүмәт системаһын үҫтереү йәһәтенән дә күп эштәр башҡарылған. Был маҡсаттарға 116 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Программа сиктәрендә шулай уҡ яңы махсуслашҡан үҙәктәр асылған. Яҡын арала 3-сө һәм 13-сө дауаханаларҙың травматология үҙәктәре эшләй башлаясаҡ. Шулай уҡ оҙаҡламай 13-сө дауахананың ҡан тамыры бүлеге пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡ. Әлеге дауахананың онколгия үҙәге, 3-сө һәм 4-се бала табыу йорттарының экстремаль түбән тән ауырлығы менән тыуған балаларҙы ҡарап үҫтереү бүлектәре эшмәкәрлеге ойошторолған.
Әлфиә Афзалетдинова хәбәр итеүенсә, Программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Өфө дауалау учреждениеларының йыһазландырылыу кимәле яҡшырған. Шулай уҡ эшкә яраҡлы йәштәгеләр араһында үлем осраҡтары, ауырыуҙар һаны, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осраҡтары, инвалидлыҡҡа тәүләп сыҡҡандар һаны кәмегән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика