04:54 (UTC+5), 11 Февраля 2013

Республика Хөкүмәтендә һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф мәсьәләләре буйынса селектор кәңәшмәһе үтте

Ольга Мортазина
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова муниципаль берәмек башлыҡтары менән селектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар демография мәсьәләләрен һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тикшерҙе.
Дөйөм алғанда демографик күрһәткестәр буйынса ыңғай динамика күҙәтелә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2012 йылда тыуым 5,1 процентҡа артҡан, үлем 2,2 процентҡа кәмегән, халыҡтың тәбиғи артыуы 5,6 мең кеше тәшкил иткән.
Хакимиәт башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, Лилиә Ғүмәрова яҡшы һөҙөмтәләр нигеҙендә социаль фактор ятыуын билдәләне. Шуға күрә урындағы властарға социаль ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, имен булмаған ғаиләләрҙе асыҡлау буйынса эшмәкәрлекте көсәйтеү зарур.
Архангел районы башлығы Александр Комзалов билдәләүенсә, сабыйҙар үлеменең 95 проценты ғаиләләге проблемаларға бәйле. Ғафури районы башлығы Рәмил Бохаров һүҙҙәренсә, ғаилә уңышһыҙлығының төп сәбәбе - ата-әсәнең эсеүендә.
Шуға күрә Лилиә Салауат ҡыҙы имен булмаған ғаиләләрҙе асыҡлау алгоритмын әҙерләп, муниципаль кимәлдә был мәсьәләне һөҙөмтәле хәл итеү зарурлығын билдәләне. Эскән ата-әсәләр менән эшләү алымдары Ғафури районында күсмә кәңәшмәлә тикшереләсәк.
Кәңәшмәлә шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре, атап әйткәндә, бушлай медицина хеҙмәттәре күрһәтеү һәм «Земство табибы» программаһын тормошҡа ашырыу буйынса һорауҙар тикшерелде.
Программа хаҡында һүҙ йөрөтөп, вице-премьер быйыл 270 йәш табиптың ауыл ерендә эшләргә теләк белдереүе хаҡында әйтте. Программаны ҡушып финанслау тәртибендә средстволар федераль һәм республика бюджеттарынан йәлеп ителәсәк.
Вице-премьер һүҙҙәренсә, урындарҙа тейешле шарттар булдырмайынса тороп, аҡса менән генә белгестәрҙе ауылда тотоп булмаясаҡ. Тәү сиратта был торлаҡ менән тәьмин итеү йәки ер бүлеү мәсьәләһенә ҡағыла. Шулай уҡ йәштәргә социаль мәсьәләләрҙе, атап әйткәндә, бала баҡсаларында урындар бүлеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләү буйынса ташламалар булдырыу кеүек һорауҙарҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә кәрәк.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика