Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.03
-0.35
94.25
+0.1
59.69
-0.14
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль 2013, 14:47

Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусылар Халыҡ-ара йыһан станцияһы менән бәйләнешкә сығасаҡ

VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусылар Өфөлә спорт форумының аҙаҡҡы көнөндә – 2 мартта Халыҡ-ара йыһан станцияһы экипажы менән радиобәйләнеш ойошторасаҡ. Бәйләнеш сеансы Өфө дәүләт авиация техник университетының йыйылыштар залында урындағы ваҡыт менән 13 сәғәт 30 минутта башлана.
34-се экспедиция космонавтары (Рәсәйҙән – Олег Новицкий, Евгений Тарелкин, Роман Романенко һәм Американан – Кевин Форд, Хадфилд Кристофер, Машбёрн Томас) 10 минут дауамында VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары сиктәрендә ойошторолған йәштәр акцияһында – «Ҙур уйын»да ҡатнашыусыларҙың 20 һорауына яуап бирәсәк.
Автор: Розалия Вәлиева
Читайте нас