10:03 (UTC+5), 08 Февраль 2013

Республикала йәш ғалимдар БР Хөкүмәте гранттарына лайыҡ булды

Розалия Вәлиева
Йәш ғалимдарҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте гранттары менән наградлау тантанаһы 8 февралдә республика йортонда үтте.
— Йәмғиәт тормошонда фәндең роле баһалап бөткөһөҙ, - тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, йәш ғалимдарҙы сәләмләп. – Республика Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, Башҡортостанда «аҡыллы йәмғиәт» булдырыу стратегик бурыстарҙың береһе булып тора. Фәнгә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү илдең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булып ҡала.
Һуңғы йылдарҙа ғилми-техник хеҙмәттәр күләме дүрт тапҡырҙан ашыуыраҡҡа артты. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда өс меңдән ашыу кеше фән өлкәһендә мәшғүл, уларҙың 250-һе – йәш ғалимдар.
БР Хөкүмәте гранттарына йәмғеһе 30 кеше лайыҡ булды.
Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин һүҙҙәренсә, Башҡортостан ғалимдарының эштәре Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъя кимәлендә лә танылыу яулай.
— Әлеге ваҡытта Башҡортостанда фәнде үҫтереү мөмкинлектәренә ҙур иғтибар бүленә, - тип билдәләне Рәмил Бәхтизин. – Беҙгә яңы ғалимдар быуынын тәрбиәләргә кәрәк. Йәштәр һәм балалар менән эшләй башланыҡ – билдәле булыуынса, шәхес, интеллект 14 йәшкә тиклем формалаша.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика