09:31 (UTC+5), 08 Февраля 2013

Башҡортостан социаль хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу буйынса «юл картаһы» проектын тәҡдим итте

Галина Бахшиева
Башҡортостан Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына республика халҡын социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә хеҙмәттәрҙең һөҙөмтәлелеген һәм сифатын арттырыу буйынса «юл картаһы» проектын тәҡдим итте. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Элвира Кожаева хәбәр итеүенсә, «юл картаһы» 2018 йылға тиклем иҫәпләнгән.
Саралар планы халыҡты социаль яҡлау өлкәһендәге хәлгә анализ яһауҙы, был өлкәлә хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе көйләгән закондарҙы камиллаштырыуҙы күҙ уңында тота. Бынан тыш, документ ведомство-ара хеҙмәттәшлек итеүҙе һәм социаль хеҙмәтләндереү эшмәкәрлеген камиллаштырыуға йүнәлтелгән сараларҙы координациялауҙы тәьмин итәсәк, социаль хеҙмәттәр алыуға сиратты кәметәсәк һәм уларҙың сифатын яҡшыртасаҡ.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, планлаштырылған сараларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә кадрҙар потенциалы һаҡланып ҡаласаҡ, социаль хеҙмәткәр һөнәренең абруйы артасаҡ, был өлкәлә хеҙмәт мөнәсәбәттәре системаһы яҡшырасаҡ. Планға ярашлы, шулай уҡ 2013-2018 йылдарҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы хеҙмәтләндергән социаль хеҙмәткәрҙәрҙең, табиптарҙың, урта һәм кесе медицина персоналының, педагогтарҙың эш хаҡын арттырыу ҡарала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика