Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.47
+1.13
15+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2013, 14:00
Хәйбулла районында күп балалы әсәләр мәсьәләһе тикшерелде
Хәйбулла районы башлығы Раил Ибраһимов «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған күп балалы әсәләр менән осрашыу үткәрҙе. Сарала 31 ғинуарҙа Өфөлә наградлау тантанаһында ҡатнашҡан ҡатындар булды. Әбделнасир ауылынан Сәриә Аманбаева, Мәмбәт ауылынан Тәнзилә Аслаева һәм Гүзәл Ҡарабаева бишәр бала тәрбиәләй.
Раил Ибраһимов ауылдарҙа булған проблемаларҙың нисек хәл ителеүе хаҡында һөйләне.
— Яңыраҡ Мәмбәт ауылында булдым. Унда бик яҡшы мәктәп бар, учреждениела 106 бала белем ала, - тине Раил Ибраһимов. – Фермерҙар эшләй. Ауылда һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһенең әлегәсә хәл ителмәүен күрҙем. Был йүнәлештә эшләгән хеҙмәттәргә эш ҡушылды. Яҙғылыҡҡа эштәр ҡайтанан тергеҙеләсәк, тип ышандыра алам.
Район башлығы Сәриә Аманбаеванан Әбделнасир ауылы халҡын борсоған мәсьәләләр хаҡында ҡыҙыҡһынды. Күп балалы әсә айырыуса ҙур проблемаларҙың булмауын билдәләне.
Осрашыу һуңында район хакимиәте башлығы ҡатындарҙы юғары наградаға эйә булыуҙары менән ҡотланы, уларға һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм бәхет теләне.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
муниципаль берәмектәр
Читайте нас: