10:44 (UTC+5), 01 Февраля 2013

«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы 20 йыллығын билдәләй

Арина Рәхимҡолова
«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы 1993 йылда булдырылған. Был ваҡыт эсендә уның хеҙмәткәрҙәре 60-тан ашыу баҫма нәшер иткән, уларҙың дөйөм тиражы 450 мең дана тәшкил итә. Шулай уҡ ғилми комплекс 13 энциклопедия әҙерләгән. Улар иҫәбендә – башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан «Башҡортостан: ҡыҫҡа энциклопедия», ил кимәлендә юғары баһаға лайыҡ булған «Салауат Юлаев» энциклопедияһы. «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Башҡорт энциклопедияһы»ның генераль директоры Уйылдан Сәйетов ғилми-нәшриәт комплексы эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ һөйләне.
— Әлеге ваҡытта «Мостай Кәрим» энциклопедияһы өҫтөндә ҙур эш алып барыла, ул 2018 йылға сығырға тейеш. Ә алдағы йылда «Башҡортостан халыҡтары» энциклопедияһы донъя күрәсәк. Бынан тыш нәшриәт китаптарҙың электрон төрҙәрен булдрыу буйынса эш алып бара. Шулай итеп, әлеге ваҡытта башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күргән «Башҡорт энциклопедияһы»ның тәүге өс томының электрон төрҙәре әҙерләнә, - тип хәбәр итте Уйылдан Сәйетов.
Шулай уҡ бөгөнгө көндә нәшриәт хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ районының энциклопедияһын әҙерләй.
Комплекстың генераль директоры билдәләүенсә, әлеге ваҡытта нәшриәт ике йүнәлеш буйынса эшләй. Атап әйткәндә, хеҙмәткәрҙәр республикалағы ҡала һәм райондарҙың энциклопедияларын һәм тематик энциклопедиялар әҙерләй. Шулай уҡ электрон баҫмаларға ҙур иғтибар бүленә.
Башҡортостан энциклопедистары Украина, Молдова һәм Татарстандан коллегалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша.
Бөгөнгө көндә комплекста 80-дән ашыу белгес эшләй. Хеҙмәткәрҙәр менән бер рәттән, нәшриәттә авторҙар менән дә әүҙем эш алып барыла. Шулай итеп, Башҡортостандың ете томлыҡ энциклопедияһын әҙерләүгә меңгә яҡын автор йәлеп ителгән.
Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге лә үҫешә. Комплекс шәжәрә эшләү, башҡорт һәм инглиз телдәренә тәржемә итеү, нәшриәт хеҙмәттәре күрһәтә. Үткән йылда, мәҫәлән, бюджет средстволарынан тыш, түләүле хеҙәттәр күрһәтеү иҫәбенә комплекс 5 миллион һум күләмендә өҫтәмә килем алған. Генераль директор һүҙҙәренсә, киләсәктә килем күләме артасаҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика