10:27 (UTC+5), 31 Января 2013

Өфөлә күп балалы әсәләргә миҙалдар тапшырылды

Дмитрий Слезин
Башҡортостанда йәшәгән, биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 60 әсәгә 31 ғинуарҙа республика Хөкүмәтендә «Әсәлек даны» миҙалдары тапшырылды. Күп балалы әсәләргә наградалар биреү тантанаһы 102-се тапҡыр үткәрелде. Миҙалдарҙы вице-премьер Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы.
Вице-премьер билдәләүенсә, тантаналы сараға саҡырылған әсәләрҙең барыһы ла килгән. Улар араһында хужабикәләр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бар.
Уның һүҙҙәренсә, республикала әсәләргә матди һәм әхлаҡи ярҙам күрһәтеү, ғаилә институтын нығытыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә ҡулланыла.
— Бөгөнгө көндә 34 меңгә яҡын ғаиләгә социаль ярҙам саралары күрһәтелә, - тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова. – 2012 йылда ғына пособиеларҙың дөйөм суммаһы ике миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Әлбиттә, был сумманың күберәк булыуын теләйбеҙ.
Сара һуңында наградланыусылар тәьҫораттары менән бүлеште.
— Әсә булыу – бәхет, - тине Зөлфиә Шамил ҡыҙы. – Ә биш бала әсәһе булыу – икеләтә бәхет! Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да был шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлайым. Әммә балалар баҡсаларының, мәктәптәрҙең ябылыуы, балалар һанының әҙ булыуы күңелде ҡыра. Бындай күңелһеҙ хәлгә юл ҡуймаҫ өсөн, күберәк балалар үҫтерәйек.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика