09:55 (UTC+5), 30 Января 2013

Салауат ҡалаһы депутаттары инвалид балаларға ярҙам күрһәтә

Арина Рәхимҡолова
Салауатта ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов ҡушыуы буйынса ауырыу балаларға ярҙам итеү маҡсатында Советтың һәр депутатына инвалид балалар беркетелде.
Шулай итеп, мәҫәлән, Әҙилә Усманова һәм Ислам Әмиров өсөн депутаттар кәрәкле дарыу препараттары һатып алды.
— «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның урындағы бүлексәһендә был йола алты йыл дауамында йәшәп килә. Яңы йыл байрамдары һәм Инвалидтар көнө алдынан әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, етем һәм инвалид балаларға бүләктәр һатып алынды. Был йоланы дауам итеп, йылдан-йыл мохтаждарға күберәк ярҙам күрһәтергә теләйбеҙ. Бындай хәйриә сараларында ҡатнашырға теләгән кешеләр һаны ла йылдан-йыл арта бара, - тине «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Салауат ҡалаһындағы бүлексәһе етәксеһе Михаил Васильев.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика