12:35 (UTC+5), 30 Января 2013

Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко БР Хөкүмәте вице-премьеры Марат Мәһәҙиев менән осрашты

"Башинформ"
Көн элгәре Рәсәйҙең Спорт министрлығында РФ спорт министры Виталий Мутконың БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев менән осрашыуы үтте.
Марат Мәһәҙиев осрашыу йомғаҡтары буйынса РФ Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенә интервьюһында хәбәр итеүенсә, физик культура һәм спорт мәсьәләләренә контроллек иткән вице-премьер вазифаһына ул яңыраҡ тәғәйенләнгән, шуға күрә Рәсәй Федерацияһының спорт министры менән танышып, уның менән төбәктә тармаҡты үҫтереү мәсьәләләрен тикшереүҙе үҙенең бурысы тип һанаған.
«Виталий Леонтьевич беҙҙе яҡшы белә, - тип билдәләне Марат Мәһәҙиев. – Республикала спорт йүнәлеше ярайһы уҡ яҡшы үҫешкән. Үткән йылда һәм ағымдағы йыл башында беҙҙә бер нисә ҙур сара үткәрелде. Атап әйткәндә, хоккей буйынса йәштәр командалары араһында донъя чемпионаты, унда Рәсәйҙең йыйылма командаһы бронза миҙалдар яуланы. Һәм киләсәккә лә пландар ҙур».
«Рәсәй олимпиясылары һәм паралимпиясылары араһында Башҡортостандан спортсылар әҙ түгел, - тип дауам итте вице-премьер. – Мәҫәлән, Лондонда үткән һуңғы Паралимпиаданан беҙҙең атлеттар ун ике алтын миҙал менән ҡайтты. Улар өсөн Өфөлә Паралимпия үҙәге төҙөлә, был мәсьәләне спорт министры менән тикшерҙек. Әлеге объекттың республика өсөн генә түгел, тотош илдең спорт берләшмәһе өсөн бик мөһим булыуын аңлайбыҙ».
Вице-премьер юғары ҡаҙаныштар спорты вәкилдәренә социаль ярҙам саралары тураһында һөйләне. Бындай саралар Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән ҙур халыҡ-ара ярыштар чемпиондарын һәм призерҙарын ҡеүәтләү маҡсатында тәҡдим ителде.
Бынан тыш, Марат Мәһәҙиев федераль министрға «2006-2015 йылдарға Рәсәй Федерацияһында физик культураны һәм спортты үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә Күмертауҙа һәм Миәкә районында быйыл сафҡа индереләсәк ике физкультура-һауыҡтырыу комплексы тураһында һөйләне. Осрашыу барышында Башҡортостанда шорт-трек йүнәлешен үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды. Йәйге спорт төрҙәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Шулай итеп, «Өфө» футбол клубының мөмкинлектәре тикшерелде.
Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәт Аппаратының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса департаменты директоры Александр Никерин ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика