12:04 (UTC+5), 28 Ғинуар 2013

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған журналистарҙың иҫтәлеге мәңгеләштереләсәк

Любовь Колоколова
Рәсәй Журналистар союзы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған «Журналистарҙың Хәтер китабы» өсөн материал йыйыу үтенесе менән хеҙмәттәштәренә мөрәжәғәт итә.
«Поклонная тауында урынлашҡан «Бөйөк Ватан һуғышы» үҙәк музейында 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған «Журналистарҙың Хәтер китабы» һаҡлана. Китапта ни бары 564 исем теркәлгән. (Был исемдәр менән Рәсәй Журналистар союзы сайтында танышырға була). Әммә исемлек тулы түгел. Был эште дауам итергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә төбәктәр, илдәр үҙҙәренең өлкәләренән, ҡалаларынан сыҡҡан һәм һуғыш йылдарында һәләк булған журналистарының фамилияларын индермәгән», - тиелә РФ Журналистар союзы сайтында.
Шуға күрә Рәсәй Журналистар союзы һәм Союздың Ветерандар союзы һуғыш йылдарында һәләк булған коллегаларының исемдәрен асыҡлап, уларҙы Мәскәүгә РФ Журналистар союзының Берләштерелгән Ветерандар советына ебәреү үтенесе менән барлыҡ журналистарға мөрәжәғәт итә.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков хәбәр итеүенсә, һуғыш йылдарында һәләк булған журналистарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш дауам ителәсәк. Улар тураһында мәғлүмәт Мәскәүгә йүнәлтеләсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика