Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.96
-0.95
91.92
-0.99
61.97
-0.18
8+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ғинуар 2013, 16:24
21 март Халыҡ-ара урмандар көнө тип иғлан ителде
21 март Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы менән Халыҡ-ара урмандар көнө тип иғлан ителде. 2013 йылдан башлап Халыҡ-ара урмандар көнө донъяның барлыҡ илдәрендә билдәләнәсәк, тип хәбәр ителә Федераль урман хужалығы агентлығы сайтында.
Халыҡ-ара урмандар көнөн иғлан итеү айҡанлы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы барлыҡ дәүләттәргә был көнгә ҡарата урмандарҙы һаҡлау буйынса тейешле саралар үткәрергә тәҡдим итә. Улар иҫәбендә – ағас ултыртыу буйынса кампаниялар ойоштороу.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2012 йылдың майында Башҡортостанда йәшәгән ике меңдән ашыу кеше Рәсәйҙә үткән Милли ағас ултыртыу көнөндә ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә акцияла ҡатнашыусылар һаны 210 мең кешегә етте. Улар һигеҙ мең гектарҙан ашыу майҙанда 28 миллион ағас ултыртты. Башҡортостанда был көндө 64 гектар майҙанда 104 меңдән ашыу ағас ултыртылды.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
халыҡ-ара урмандар көнө
Читайте нас: