13:00 (UTC+5), 24 Января 2013

Йәрмәкәй районында бала баҡсалары яңыртыла

Әлим Фәйезов
Йәрмәкәй районында бала баҡсаларын яңыртыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барыла. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бында үткән йылдың йәйендә үк бер нисә ауылдың бала баҡсаларында ремонт эштәре башланған. Һәм Яңы йылға сабыйҙар яңыртылған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына барған.
Район үҙәге Йәрмәкәй ауылында ике ҡатлы «Әкиәт» һәм «Ҡояшкай» бала баҡсалары биналары тулыһынса ремонтланған: йылытыу һәм канализация системалары яңыртылған, яңы ишектәр, тәҙрәләр ҡуйылған. Уйын бүлмәләре санитар-эпидемиологик талаптарға яуап биргән махсус буяу менән буялған, фойе һәм коридорҙарҙа яңы плитка түшәлгән. Ҡеүәтле һыу йылытыу ҡоролмаһы һатып алынған.
Шундай уҡ эштәр Иҫке Турай ауылының «Ләйсән» мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында башҡарылған. Йылытыу һәм канализация системаларын яңыртыу, иҙәндәрҙе, ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе алмаштырыуҙан тыш, бында яңы ҡыйыҡ ябылған, стеналар ремонтланған. 8 Март ауылында ла бала баҡсаһында ғәҙәттәге ремонт үткәрелгән.
Был маҡсаттарға урындағы бюджеттан – бер миллион һумға яҡын аҡса, республика бюджетынан 9,5 миллион һум бүленгән. Мебель һатып алыуға федераль ҡаҙнанан 325 мең һум күләмендә финанс ярҙам күрһәтелгән. Артабан был мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары балалар өсөн карауаттар, шкафтар, өҫтәлдәр һатып аласаҡ. Йәрмәкәй районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Әбүзәр Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, киләһе йылда башҡа ауылдарҙың да бала баҡсаларында капиталь ремонт үткәреү планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика