Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2013, 14:09

Белоретта етем балалар фатир алды

Дүшәмбе, 21 ғинуарҙа, Белоретта йәшәгән ун етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала фатир алды. Аҙна һайын үткәрелгән оператив кәңәшмәлә Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов балаларға тантаналы рәүештә үҙ фатирҙарынан асҡыстар тапшырҙы. Хакимиәт башлығы ҡыҙ һәм егеттәрҙе тормоштарындағы был ҡыуанысы ваҡиға менән ҡотлап, уларға ғаилә бәхете һәм именлек теләне.
Белорет районында 2012 йылда федераль һәм республика бюджеттарынан бүленгән средстволарға йәмғеһе 26 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала торлаҡ менән тәьмин ителде, тип хәбәр итте Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Колесникова.
Автор: Әлим Фәйезов
Читайте нас