11:47 (UTC+5), 16 Января 2013

Республикала тирә-яҡ мөхит торошон күҙәтеү буйынса эшмәкәрлек әүҙемләшә

Галина Бахшиева
Башҡортостанда айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларын үҫтереү, хайуандар донъяһын һаҡлау, шулай уҡ тирә-яҡ мөхит торошона экологик мониторинг алып барыу һәм күҙәтеү һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса эшмәкәрлек әүҙемләшә.
16 ғинуарҙа Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев хәбәр итеүенсә, экологик именлек Рәсәйҙе үҫтереү буйынса мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала тирә-яҡ мөхит торошо ҡатмарлы мәсьәлә булып тора. Атмосфера һауаһының автотранспорт һәм сәнәғәт предприятиелары менән бысратылыуы айырыуса хәүеф тыуҙыра. Производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары әйләнеше проблемаһы асыҡ ҡала. Шулай уҡ эсәр һыу сифатын яҡшыртыу һәм һыу менән тәьмин итеү объекттары менән идара итеү мәсьәләләре лә хәл итеүҙе талап итә, - тине вице-премьер.
Төбәктең экологик торошона контроллек итеүҙең заманса кимәленә күсеү экология өлкәһендә республика алдында торған төп бурыстарҙың береһе булып тора. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүҙе иҫәпкә алып, предприятие һәм ойошмаларҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә ҡарашын ҡырҡа үҙгәртеү ҙә бик мөһим.
Бынан тыш, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өлкәһендә эшмәкәрлекте әүҙемләштереү, экологик эшҡыуарлыҡҡа бизнесмендарҙы йәлеп итеү зарур. Халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреү һәм йәмәғәт ойошмалары, экологик партиялар менән бәйләнеш булдырыу ҙа оло әһәмиәткә эйә.
— Йәмәғәт ойошмаларының төрлө акциялары аша, киң мәғлүмәт саралары ярҙамында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһын йышыраҡ күтәрергә кәрәк. Республикабыҙ бай тәбиғәт мөмкинлектәренә эйә. Уларҙы файҙаланыу һәм һаҡлау беҙҙең эшмәкәрлектә стратегик мөһим мәсьәлә булып тора, - тип билдәләне ултырышта Эрнст Исаев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика