07:58 (UTC+5), 16 Ғинуар 2013

Өфөлә 14 етем бала интернет ярҙамында ғаиләләргә урынлаштырылған

Эльмира Сабирова
Өфөлә «Миңә ғаилә кәрәк» проекты тормошҡа ашырыла башлағандан алып 14 етем бала ғаиләләргә урынлаштырылған.
«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, проект баш ҡаланың Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы менән 2011 йылдың декабрендә булдырылды.
Әлеге ваҡытта ведомство сайтында 26 етем бала тураһында мәғлүмәт һәм уларҙың фотолары урынлаштырылған.
— Бындай эштең һөҙөмтәлелеге бик юғары. Дөйөм алғанда Өфөлә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыуҙың артыу тенденцияһы күҙәтелә. 2011 йылда ҡаланың интернат учреждениеларында 500-гә яҡын бала тәрбиәләнһә, бөгөн уларҙың һаны 470-кә тиклем кәмегән. Һәм был беҙҙе ҡыуандырмай ҡалмай, - тине Идаралыҡтың алдынғы белгесе Вера Пояркова.
Бөгөнгө көндә Өфөлә ике балалар йорто, ике приют һәм бер сабый йорто эшләй.
Опека һәм попечителлек буйынса идаралыҡ телефондары: 279-91-80, 279-91-84. Бынан тыш, Идаралыҡ сайтының тейешле бүлеге аша белгестәр менән осрашыуға яҙылырға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика