Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
85.74
+0.33
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2013, 16:22

Баш ҡалала шәхси бала баҡсаларына ярҙам күрһәтеләсәк

Алдағы йылдарҙа Өфөлә төҙөләсәк торлаҡ йорттар яңыса проектланасаҡ. Уларҙың беренсе ҡаттарында балалар төркөмдәре өсөн махсус бүлмәләр булдырыу планлаштырыла. Был хаҡта баш ҡаланың шәхси бала баҡсаларын ойоштороусылар ҡатнашлығындағы түңәрәк өҫтәл ултырышында Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов хәбәр итте.
Бынан тыш, әлеге бүлмәләрҙе ҡуртымға алған өсөн түләгәндә эшҡыуарҙарға ташламалар яһаласаҡ.
Ултырышта билдәләүҙәренсә, әлеге ваҡытта Өфөлә дөйөм алғанда 10 меңдән ашыу бала сиратта тора.
— Үткән йылдарҙа Өфөлә йылына 3-4 бала баҡсаһы төҙөлһә, 2012 йылда 10 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы файҙаланыуға тапшырылды, - тип билдәләне Ирек Ялалов. – Анализдарға таянып, шуны әйтергә була: тыуым артыуын иҫәпкә алып, бала баҡсаларына сираттар мәсьәләһен дәүләт алымдары менән генә хәл итеп булмаясаҡ. Унан да бигерәк, алдағы биш йылда белгестәр тыуымдың артыуын күҙаллай – йылына кәм тигәндә 15 мең бала тыуыуы көтөлә.
Ирек Ялалов аңлатыуынса, дәүләт мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын төҙөгәндә бер урын 500-700 мең һумға төшә. Шул уҡ ваҡытта шәхси бала баҡсаһында был һан 200-250 мең һум тәшкил итә. Әлеге ваҡытта Өфөлә 57 шәхси бала баҡсаһы эшләй, уларҙа 1-3 йәштәрҙәге 1100 сабый тәрбиәләнә. Уларҙың һигеҙенең белем биреү эшмәкәрлегенә лицензияһы бар. Бер ай өсөн уртаса хаҡ 8-14 мең һум тәшкил итә.
Шәхси бала баҡсалары етәкселәре хәбәр итеүенсә, средстволарҙың ҙур өлөшө – 40 проценттан ашыуы – аренда өсөн түләүгә китә. Шулай уҡ барлыҡ санитар һәм янғын хәүефһеҙлеге нормаларына тап килгән бүлмәләр һайлау, кредит алыу мәсьәләләрендә ҡыйынлыҡтар килеп тыуа.
Түңәрәк өҫтәл һөҙөмтәләре буйынса, Өфөнөң Шәхси бала баҡсалары ассоциацияһын һәм ойоштороусылар мәнфәғәтен яҡлаясаҡ инициативалы төркөм булдырырға, шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары итеп йыһазландырыуға ҡулай буш бүлмәләр банкын ойошторорға ҡарар ителде.
Автор:Розалия Вәлиева
Читайте нас: