10:15 (UTC+5), 15 Января 2013

Баш ҡалала республика конкурстарында еңеү яулаған журналистар тәбрикләнде

Любовь Колоколова
Шишәмбе, 15 ғинуарҙа, Өфөлә иң яҡшы журналистарҙы – Рәсәй матбуғаты көнөнә ҡарата үткәрелгән республика ижади бәйгеләрендә еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Сараны ойошороусылар булып Башҡортостандың Журналистар союзы һәм БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы сығыш яһаны.
Тантаналы сара «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-холында үткәрелде. Унда БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, уның урынбаҫары Марат Ғәзизов, Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән Павел Самойлин һәм башҡа власть органдары вәкилдәре ҡатнашты.
Борис Мелкоедов киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, уларға намыҫлы хеҙмәте, эшкә ижади ҡарашы өсөн рәхмәт әйтте.
— Һеҙ киң мәғлүмәт саралары менән власть органдары араһында бәйләнеш булдырырға ярҙам итәһегеҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән мәғлүмәт аудиторияға тиҙ һәм аңлайышлы рәүештә еткерелә. Шул уҡ ваҡытта баҫма матбуғат һәм электрон баҫмалар хеҙмәткәрҙәрен айырып ҡарамайым, сөники һеҙҙең барығыҙҙы ла журналист һөнәре берләштерә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Борис Мелкоедов.
Байрамда бер нисә конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Улар – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылын, Рәсәй тарихы йылын, шулай уҡ хәйриә, дәүләт телдәрен үҫтереү темаһын, терроризмға ҡаршы көрәш, финанс белем мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға конкурстар. Наградалар түбәндәге номинациялар буйынса тапшырылды: «Республика киң мәғлүмәт саралары һәм интернет баҫмалар», «Ҡала һәм берләштерелгән киң мәғлүмәт саралары», «Район киң мәғлүмәт саралары». Наградаларға йәмғеһе 50-нән ашыу киң мәғлүмәт сараһы һәм журналист лайыҡ булды.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика