09:42 (UTC+5), 11 Января 2013

Өфө мәктәптәре уҡыусыларҙы йөрөтөү өсөн 14 яңы автобус алды

Арина Рәхимҡолова
Өфөлә мәктәп директорҙарына 14 автобустан асҡыстар тапшырыу тантанаһы үтте. БР Мәғариф министрлығы менән бүленгән транспорт балаларҙы Өфөгә яҡын урынлашҡан ауылдарҙан баш ҡала мәктәптәренә йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән. Көн һайын уларҙа 400-ҙән ашыу бала йөрөйәсәк.
Мәғариф министры Әлфис Ғаязов билдәләүенсә, техника «Мәғариф» милли проекты ярҙамында һатып алынған.
— Былтыр дөйөм белем биреү системаһын яңыртыу программаһы буйынса республика 2 миллиард 133 миллион һум аҡса алды. Был средстволарҙың күпселек өлөшө белем биреү селтәренең инфраструктураһын яҡшыртыуға йүнәлтелде, шул иҫәптән мәктәп автобустары һатып алыуға байтаҡ аҡса бүленде, - тип билдәләне министр.
Уның һүҙҙәренсә, белем биреү системаһын яңыртыу программаһы быйыл да дауам ителәсәк. Яҡынса 1 миллиард 600 миллион һум күләмендә финанслау көтөлә. Был средстволарҙың бер өлөшө йәнә транспорт һатып алыуға йүнәлтеләсәк, тип ышандырҙы Әлфис Ғаязов.
Мәктәптәргә тапшырылған автобустар балалар именлеген тәьмин итеү өсөн барлыҡ талаптарға ярашлы йыһазландырылған. Өфө ҡалаһы Совет районының 7-се мәктәбенә тапшырылған «ГАЗель» микроавтобусы инвалид балаларҙы йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән.
— Өфө 720 квадрат километр майҙанды биләй, был территорияла алыҫ урынлашҡан 24 ауыл бар. Шуға күрә, әлбиттә, балаларҙы белем биреү учреждениеларына йөрөтөү генә түгел, ә уларҙы экскурсиялар, олимпиадалар, спорт ярыштары һәм театрҙарға алып барыу мәсьәләһе лә килеп тыуа, - тине Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. Уның һүҙҙәренсә, транспортҡа эйә булыу был мәсьәләне хәл итергә ярҙам итәсәк.
Яңы автобустар Дим районының 101-се һәм 102-се мәктәптәренә, Калинин районының 105-се гимназияһына, Киров районының 14-се һәм 34-се мәктәптәренә, Октябрь районының 147-се мәктәбенә, Орджоникидзе районының 61-се һәм 125-се мәктәптәренә һәм Совет районының 7-се мәктәбенә тапшырылды.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика