Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2013, 10:47
Хәйбулла районында йыл эсендә әсәлек капиталына 259 сертификат тапшырылған
Икенсе бала тыуғанда ғаилә капиталын биреү программаһы тормошҡа ашырыла башлағандан алып Хәйбулла районында РФ Пенсия фонды идараһы менән әсәлек (ғаилә) капиталына 1785 сертификат тапшырылған, уларҙан 259 сертификат 2012 йылда бирелгән.
Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай сертификат ярҙамында 700-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Бөгөнгө көнгә 339 кеше әсәлек капиталы средстволары менән тулыһынса файҙаланған.
Әсәлек капиталы средстволары элеккесә йышыраҡ торлаҡ кредиттарын һәм займдарҙы ҡаплауға ҡулланыла. Сертификат ярҙамында 728 ғаилә тулыһынса йәки өлөшләтә торлаҡ кредиттарын ҡаплаған. Ике ғаилә әсәлек капиталын балаларҙы уҡытыуға йүнәлткән.
2013 йылдың 1 ғинуарынан әсәлек капиталы суммаһы 21 мең һумға артып, 408 мең 960 һумға етте.
Автор:
Арина Рәхимҡолова
Теги:
әсәлек капиталы
пенсия фонды
муниципаль берәмектәр
Читайте нас