05:58 (UTC+5), 29 Декабря 2012

Башҡортостан Президенты «Стәрлетамаҡ – Арена» спорт һарайын асыу тантанаһында ҡатнашты

Эльмира Сабирова
Яңы йыл алдынан Стәрлетамаҡта заманса Спорт һарайы асылды. Спорт комплексы бөтә халыҡ-ара стандарттар буйынса төҙөлгән. Ул 2007 йылда төҙөлә башлай, әммә бер аҙҙан бында эштәр туҡтатыла. 2011 йылда Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса төҙөлөш эштәре ҡайтанан тергеҙелә.
Ике ҡатлы бина ике өлөшкә - боҙ аренаһы һәм спорт залына бүленгән. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн бында бөтә шарттар ҙа булдырылған: заманса ҡорамалдар урынлаштырылған, тренажер залы, сисенеп-кейенеү, душ бүлмәләре бар. Комплекс ишектәре барыһы өсөн дә асыҡ.
Ҡала халҡын был мөһим ваҡиға менән ҡотлап, Рөстәм Хәмитов, яңы Спорт һарайын асыу - Стәрлетамаҡ халҡы өсөн генә түгел, ә бөтә республика кешеләре өсөн дә ҙур бүләк, тип билдәләне.
— Был ысынында ла көтөп алынған ваҡиға, бындай объекттар республикала күп түгел. Уларҙы Башҡортостандың башҡа ҡалаларында ла төҙөйәсәкбеҙ, - тине Рөстәм Хәмитов. – Быларҙың барыһы ла исем өсөн түгел, ә халыҡ өсөн эшләнә.
Ҡала хакимиәте башлығы Алексей Изотов һүҙҙәренсә, бындағы инфраструктура илдең иң яҡшы боҙ ареналарындағы кеүек. Комплекста электрон табло урынлаштырылған, комментаторҙар, судьялар, журналистар өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Бында бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлендәге ҙур ярыштар үткәрергә була.
Бынан тыш, махсус ҡорамалдар ярҙамында брҙ аренаһында күргәҙмәләр, концерттар, төрлө саралар үткәрү өсөн күп функциялы майҙансыҡтар ойоштороу мөмкинлеге бар.
Комплексты төҙөүгә республика бюджетынан яҡынса 540 миллион һум аҡса бүленгән.
Президент менән һөйләшеү барышында Алексей Изотов әлегә трибуналарҙың 2500 кешегә иҫәпләнгән булыуы хаҡында әйтте, әммә урындар һанын 3300-гә тиклем арттырыу планлаштырыла. Киләсәктә бында ҡышҡы спорт төрҙәрен үҫтереү планлаштырыла: фигуралы шыуыу, хоккей менән шөғөлләнеү өсөн айырым бүлектәр асыласаҡ.
Шулай уҡ ҡунаҡтар спорт һәм тренажер залдарын ҡараны. Балалар менән бергә тренажер залында Ирек Зарипов та күнекмәләр яһай ине. Дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы һөйләүенсә, бында урынлаштырылған тренажерҙар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә спорт менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә.
Ирек Зарипов һөйләүенсә, яңыраҡ ул Финляндияла үткән донъя Кубогы этабынан ҡайтҡан. Унда спортсы ике алтын һәм бер көмөш миҙал яулаған. Алдағы арала уны донъя кимәлендәге ҙур ярыштар көтә. Президент Башҡортостан спортсыһына еңеүҙәр теләне.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика