Йома, 28 декабрҙә, төбәктең Хөкүмәт йортонда Башҡортостан паралимпиясыларын һәм спорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй һәм республика наградалары менән бүләкләү тантанаһы үтте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй йыйылма командаһы Лондонда дөйөм команда иҫәбендә икенсе урынға лайыҡ булды. Рәсәй спортсылары 102 награда яуланы, Башҡортостан вәкилдәре 17 миҙалға эйә булды. Наградалар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй төбктәре араһында беренсе урын алды.
— Әлеге йыл республика, спортсыларыбыҙ өсөн ярайһы уҡ яҡшы үтте, - тип билдәләне үҙенең сәләмләү һүҙендә Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев. – Лондонда үткән Паралимпиада һөҙөмтәләре юғары баһаға лайыҡ. Рәсәй йыйылма командаһы яулаған алтын миҙалдарҙың өстән бер өлөшө – Башҡортостан спортсылары ҡаҙаныштары. Республика Президенты, Хөкүмәт һәм барлыҡ көйәрмәндәрегеҙ исеменән һеҙгә рәхмәт белдерәм. Алдағы йылдарҙа ла ҙур уңыштарға ирешерһегеҙ, тип ышанам. Республикала физик культураны һәм спортты үҫтереү өсөн күп эштәр эшләнә. Бөгөн бына Стәрлетамаҡта Спорт һарайы асыла. Беҙҙең маҡсат – һәр район үҙәгендә бассейнлы физкультура-сәләмәтләндереү комплексы төҙөү. Шулай уҡ Өфөлә күсмә Паралимпия йыйылышы үтте. Башҡортостан баш ҡалаһында Паралимпия үҙәген төҙөүҙе дауам итеү һәм тамамлау буйынса Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бойороғон үтәүгә был йәнә бер импульс бирҙе.
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән еңел атлетсы Елена Паутова наградланды.
Рәсәй Спорт министрлығының «Халыҡ-ара спорт аренаһында үткәрелгән ярыштарҙа патриотизм күрһәткән өсөн» наградаһына 2012 йылғы Паралимпия уйындары чемпиондары Елена Паутова, Андрей Коптев, Алексей Лабзин, Александр Неволин-Светов һәм Анастасия Овсянникова лайыҡ булды.
Шулай уҡ Рәсәй Спорт министрлығының Почет грамоталары менән уҡытыусылар, тренерҙар, уҡытыу-тәрбиә эше буйынса белгестәр, министрлыҡ һәм ведомство белгестәре билдәләнде. Улар: Әнүәр Әбдиев, Радик Вилданов, Рифҡәт Ғафаров, Марат Кәбиров, Вера Кузьмина, Наталья Летунова, Марианна Лукьянова, Светлана Мөхәмәҙиева, Роберт Мхитарян, Радик Хамматов, Суфый Шәйәхмәтов.
Стәрлетамаҡтың спорт хеҙмәткәрҙәре - Альмира Илькина, Любовь Кириллова, Нурия Мөҙәрисова, Людмила Нуйкина, Татьяна Федорова һәм Ильмира Сулпанова Рәсәй Спорт министрлығының Рәхмәт хаттарын алды.
Паралимпия хәрәктен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн Рәсәй Паралимпия комитетының Рәхмәт хаттарына М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов, Стәрлетамаҡ физик культура институты директоры Миҙхәт Мосаҡаев, БР Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәгенең пресс-атташеһы, «Спортивная газета Башкортостана» баҫмаһы мөхәррире Усман Ямғуров лайыҡ булды.
Өфөлә Паралимпия йыйылышын ойошторған һәм үткәргән өсөн Рәсәй Паралимпия комитетының Рәхмәт хаттарын БР «Конгресс-холл» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Тимур Ҡаҙаҡбаев һәм уның беренсе урынбаҫары Сергей Юрченков алды. Ошо уҡ сара өсөн БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Рәхмәт хаты менән «Президент Отель» ҡунаҡхана комплексы директоры Кәбир Әсәҙуллин бүләкләнде.