05:30 (UTC+5), 27 Декабря 2012

Өфөлә ҡаланың иң лайыҡлы кешеләре наградланды

Әлим Фәйезов
Өфө ҡала Советында республика баш ҡалаһының лайыҡлы кешеләрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, композиторҙар, полиция хеҙмәткәрҙәре, сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре ҡала башлығы, Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко ҡулынан наградалар алды. 19 кеше ҡаланың юғары наградаһы – ҡала округының Почет грамотаһына, йәнә 30 кеше ҡала Советының Почет грамотаһына лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән.
— Декабрь аҙағы байрам көтөү ваҡыты ғына түгел, ә йомғаҡ яһау осоро ла, - тине Евгений Семивеличенко, сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. – Беҙ ҙә бөгөн йомғаҡ яһап, үткән йылда айырыуса уңыштарға өлгәшкән кешеләрҙең хеҙмәтенә лайыҡлы баһа бирәбеҙ. Һеҙ төрлө өлкәләрҙә эшләйһегеҙ, әммә барығыҙ ҙа бер эш башҡара – ҡаланы үҫтереүгә ҙур өлөш индерәһегеҙ.
Бындай сараларҙы үткәреү матур йолаға әүерелде. Улар йылына бер нисә тапҡыр ойошторола. Өфө таланттарға бай ҡала һәм йылдан йылға хеҙмәттәре айырыуса баһаға лайыҡ булған кешеләр һаны кәмемәй.
Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, 42-се мәктәптең химия уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина ҡала Советы рәйесе ҡулынан ҡала округының Почет грамотаһын алып, Өфөлә уҡытыусыға һәйкәл ҡуйыу башланғысы менән сығыш яһаны. Балаларыбыҙҙың, ҡаланың, тотош илдең киләсәге уҡытыусыларҙың оло хеҙмәтенән тора, тип иҫәпләй ул.
Евгений Семивеличенко бындай тәҡдимде нигеҙле тип тапты.
Йәнә бер ҡыҙыҡлы башланғыс менән Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академиһының ғилми эш буйынса проректоры Сергей Егорышев сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, академияла Өфө ҡала Советы тарихына арналған китап өҫтөндә эш алып барыла. Баҫманы ике йылдан – ҡала Советының юбилейына сығарыу планлаштырыла.
Наградлау тантанаһы бергәләп фотоға төшөү һәм ҡала башлығының ҡотлау һүҙҙәре менән тамамланды:
— Үтеп барған йыл, минеңсә, ҡала халҡы өсөн ауыр булды, әммә дөйөм алғанда ул насар булманы, - тине Евгений Семивеличенко. – Яҡынлашып килгән йыл тағы ла яҡшыраҡ булһын, һеҙгә барлыҡ идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн яңы көстәр алып килһен. Һәр берегеҙгә рух ныҡлығы, ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар юлдаш булһын.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика