Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-15 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2012, 12:18

Күмертауҙа йыл эсендә әсәлек капиталына 373 сертификат тапшырылған

РФ Пенсия фонды идаралығы менән Күмертауҙа икенсе бала тыуғанда ғаилә капиталын биреү программаһы тормошҡа ашырыла башлағандан алып әсәлек (ғаилә) капиталына 1985 сертификат тапшырылған. Уларҙың 373-ө быйыл бирелгән.
Бындай сертификаттар ярҙамында 900-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Бөгөнгө көнгә әсәлек капиталы средстволары менән 567 кеше тулыһынса файҙаланған, тип хәбәр иттеләр Күмертау хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Әсәлек капиталы средстволары элеккесә йышыраҡ торлаҡ кредиттарын һәм займдарҙы ҡаплауға ҡулланыла. Сертификат ярҙамында йәмғеһе 648 ғаилә өлөшлтә йәки тулыһынса торлаҡ кредиттарын ҡаплаған.
Автор: Арина Рәхимҡолова
Читайте нас