Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-27 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2012, 17:32
«Рәсәй патриоттары» социаль приютта тәрбиәләнгән балалар өсөн Яңы йыл байрамы бүләк итте
«Рәсәй патриоттары» сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе вәкилдәре Өфө социаль приютында тәрбиәләнеүселәр өсөн хәйриә акцияһы үткәрҙе.
Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән балаларҙы Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу ҡотланы, һәр балаға улар бүләктәр тапшырҙы. «Рәсәй патриоттары» сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Заһир Хәкимов кәрәкле техника һатып алыу өсөн приютҡа 10000 һум суммаға сертификат тапшырҙы.
– Яңы йылда бөтә балалар мөғжизә көтә. Шуға күрә Өфөлә бындай социаль приют барлығын белгәс, балалар өсөн байрам ойошторорға булдыҡ. Был балалар ата-әсә наҙынан, хәстәренән мәхрүм, шуға күрә уларға үҙебеҙ бәләкәй генә мөғжизә бүләк итергә тырыштыҡ, - тине Заһир Хәкимов.
Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ҡала социаль приюты Өфөлә 2003 йылда асылды. Әлеге ваҡытта бында 3-18 йәштәрҙәге 60-ҡа яҡын бала һәм үҫмер тәрбиәләнә. Улар менән социаль һәм медицина хеҙмәткәрҙәре, психологтар һәм тәрбиәселәр шөғөлләнә.
Автор:
Арина Рәхимҡолова
Теги:
хәйриә
Читайте нас