10:53 (UTC+5), 25 Декабрь 2012

Өфөлә ОМОН хеҙмәткәрҙәре 17 ҡатлы торлаҡ йорт алды

Ольга Мортазина
Өфөлә БР буйынса Эске эштәр министрлығының ОМОН (махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряд) хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән фатир тибындағы ятаҡ асыу тантанаһы үтте. 17 ҡатлы йорт Революцион һәм Владивосток урамдары киҫешкән урында төҙөлгән. Был тулыһынса республика полицияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнгән беренсе йорт, тип билдәләне Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин. Ун биш ҡатта 75 фатир урынлашҡан. Беренсе ҡатта балалар клубы, медицина пункты һәм башҡа хеҙмәтләндереү пункттары эшләйәсәк. Йорт төҙөүгә федераль бюджет –134 миллион һум, республика бюджеты 32 миллион һум аҡса бүлгән. Бина ярты йыл эсендә төҙөлгән.
Өй туйлаусыларҙы Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге һәм авиация бүлектәре идаралығы начальнигы урынбаҫары Андрей Тарасов ҡотланы.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядта 150 хеҙмәткәр эшләй. Башҡортостандан алты кеше – Батырлыҡ ордены, 28 кеше - «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы, 59 кеше - «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, 74 кеше - «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланған. Отрядта бобслей буйынса ике тапҡыр Олимпия чемпионы, отставкалағы майор Алексей Селиверстов хеҙмәт итә. БР буйынса Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряды ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балалар өсөн Республика мәктәп-интернатына шефлыҡ ярҙамы күрһәтә.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика