Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2012, 18:00

«Башинформ» агентлығы Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы наградаһына лайыҡ булды

«Башинформ» агентлығы «юғары профессионаллеге, мәғлүмәти ярҙам күрһәткәне, БР Контроль-иҫәп палатаһының эшмәкәрлеген объектив яҡтыртҡаны өсөн» Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Шундай уҡ награданы «Башинформ» агентлығы баҫмаһы - «Версия Башкортостана» гәзитенең ижади коллективы алды.
Наградлау тантанаһы БР Контроль-иҫәп палатаһының 2012 йылғы эшмәкәрлек йомғаҡтарына арналған ултырышында үтте. Ойошма рәйесе Салауат Харасов журналистарға уңышлы хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт әйтте һәм яңы ижади уңыштар теләне.
Бындай наградаларға йәмғеһе 12 киң мәғлүмәт саралары вәкиле лайыҡ булды. Улар иҫәбендә телевидение, радио тапшырыуҙары, баҫма матбуғат редакциялары бар.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: