04:37 (UTC+5), 21 Декабря 2012

Өфөлә «Кеше ғүмерен ҡотҡарған уникаль операция үткәргәне өсөн» Шамил Сафин наградланды

Розалия Вәлиева
Республика клиник дауаханаһының Махсус медицина ярҙамы һәм нейрохирургия үҙәге етәксеһе Шамил Сафин етәкселегендәге медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаһы кеше ғүмерен ҡотҡарған уникаль операция үткәргәне өсөн «Ника» статуэткаһы менән наградланды.
Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының «Иң яҡшы белгес-2012» конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы һәм 2012 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһау М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте.
— Үтеп барған йыл Республика клиник дауаханаһы коллективы өсөн еңел булманы, - тип билдәләне дауахананың баш табибы Ринат Нагаев. – Яңыртыу программаһы тормошҡа ашырылды, юғары технологиялар индерелде. Матди-техник базаны ярайһы уҡ нығыттыҡ, 120 урынға иҫәпләнгән акушер-гинекология корпусын төҙөү дауам ителә. 2013 йылдың йәйенә бүлек тәүге пациенттарын ҡабул итер, тип уйлайбыҙ.
Ринат Нагаев билдәләүенсә, медицина хеҙмәткәрҙәренең юғары квалификациялы булыуы һәм дауаханала һуңғы йылдарҙа урынлаштырылған яңы ҡорамалдар ярҙамында Башҡортостан табиптары Европаның иң яҡшы клиникалары кимәлендә сирлеләрҙе дауалай ала.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика