Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2012, 16:38

«Башинформ» агентлығының спорт хәбәрсеһе «Спорт өлкәһендә йыл кешеһе» тип танылды

Кесе йома, 20 декабрҙә, Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында «Спорт өлкәһендә йыл кешеһе» наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Сараны өсөнсө йыл рәттән Башҡортостан Республикаһының Спорт федерациялары союзы ойоштора.
Наградаларҙы республиканың иң яҡшы спортсылары, тренерҙар, спорт ветерандары, спорт табиптары һәм журналистары алды.
Тәбрикләнеүселәр араһында - «Башинформ» агентлығының спорт хәбәрсеһе Дмитрий Слезин, «Вести — Башкортостан» тапшырыуы хәбәрсеһе Морат Зарипов һәм Юлиә Мөлөкова йөҙөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының спорт редакцияһы.
Автор:«Башинформ»
Читайте нас: