08:18 (UTC+5), 21 Декабрь 2012

Башҡорт Википедияһының 25 меңенсе мәҡәләһе башҡорт атына арнала

Әлим Фәйезов
Башҡорт Википедияһы волонтерҙары киң танылған интернет энциклопедияһы өсөн башҡорт телендә мәҡәләләр яҙыуын дауам итә. 20 декабрҙә «Башҡорт аты» тип аталған юбилейлы, 25 меңенсе мәҡәлә урынлаштырылды. Петр Рычков «Ырымбур типографияһы» исемле китабында былай тип яҙған: «Башҡорт аты элек-электән Рәсәйҙә сыҙамлылығы менән ихтирам яулаған». Ә Википедияла түбәндәге һүҙәр бар: «Башҡорт аты ҡыйыу, тәүәккәл, тырыш, түҙемле, тыңлаусан, хужаһына ышаныусан. Өйрәтеүгә тиҙ күнегә. Был сифаттары өсөн ул юғары баһалана. Оҙаҡ ваҡыт шәп сабып йәки йылдам юрғалап барыу һәләте 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында яҡшы билдәләнгән. Был һыбайлыға мәргән атырға һәм ҡылыс менән оҫта эш итергә мөмкинлек биргән. Төрлө күнегеүҙәр ярҙамында башҡорттар аттарын һуғыш йөрөштәренә махсус тәрбиәләгән».
Волонтерҙарҙың Башҡорт Википедияһын тулыландырыу буйынса эшмәкәрлеге уларҙың ҡыйыу, тәүәккәл булыуын күрһәтә. Ике йыл элек, 2010 йылдың декабрендә, Википедияның башҡорт телендәге бүлегендә ни бары 1000 мәҡәлә иҫәпләнә ине. Әммә үткән йылдың йәйендә рус, ҡаҙаҡ һәм немец телдәрендә эш алып барған хеҙмәттәштәре ярҙамында башҡорт википедиясылары махсус программалар ҡулланып, «мәҡәлә ҡойоу» ысулын үҙләштереҙеләр һәм 10 сентябрҙә мәҡәләләр һаны 5 меңгә етте. Ағымдағы йылдың ғинуарында 10 һәм 15 меңлек сикте үтеү ресурсҡа киң йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итте. Йыл дауамында республиканың киң мәғлүмәт саралары Башҡорт Википедияһында алып барылған эшмәкәрлек хаҡында даими рәүештә хәбәр итеп торҙо һәм ресурс киң танылыу яуланы.
Проектты ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, авторҙарҙы йыш ҡына яңы мәҡәләләр булдырыу һәм элеккеләрен яҡшыртыу процедураларын үтәгәндә компьютер технолгияларын ҡулланғандары өсөн тәнҡиткә алалар. Әммә Википедияның башҡа телдәрҙә алып барылған бүлектәрендә ҡатнашыусылар, Алма-Атала үткән халыҡ-ара төрки телле Википедиялар конференцияһы делегаттары, Мәскәүҙә «Вики-конференция – 2012» сиктәрендә ойошторолған «Дәүләт теле булмаған Рәсәй телдәрендәге вики-проекттар» түңәрәк өҫтәлендә ҡатнашыусылар башҡорт википедиясыларының башланғысын хупланы. Тимәк, Башҡорт Википедияһына яңы редакторҙар килеүен һәм уның уҡыусыларының ишәйеүен көтөргә була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика