10:24 (UTC+5), 19 Декабрь 2012

Республикала 6 меңгә яҡын ҡатын «Әсәлек даны» миҙалы менән наградланған

Эльмира Сабирова
Республикала «Әсәлек даны» миҙалы менән 5700 ҡатын наградланған. Бөгөн уларҙың сафын биш һәм унан да ашыу бала тәрбиәләгән йәнә 57 әсә тулыландырҙы. 101-се тапҡыр ойошторолған тантаналы сара Башҡортостан Хөкүмәтендә үтте. Наградаларҙы БР Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы.
— Балаларҙы тәрбиәләү, уларҙы республиканың һәм Рәсәйҙең лайыҡлы граждандары итеп үҫтереү өсөн күпме көс һалыуығыҙҙы әйтеп бирер өсөн һүҙҙәр табыу ҙа ҡыйын, - тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова.
Бөгөн төбәктә ғаиләгә, әсәлеккә һәм балалыҡҡа реаль ярҙам күрһәтелә. Үтеп барған йыл Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителде. Уның сиктәрендә мөһим закондар һәм программалар ҡабул ителде.
— Әлеге ваҡытта балалы ғаиләләр 30-ға яҡын төр пособие ала. Йыл һайын был маҡсаттарға бүленгән сумманың дөйөм күләме 2 миллиард һум тәшкил итә, - тине Лилиә Ғүмәрова. – Бөгөн Башҡортостан Президенты башланғысы менән республиканың социаль учреждениелары балалы ғаиләләргә социаль ярҙам сараларының һөҙөмтәлерәк булыуы өҫтөндә эшләй.
Наградланған әсәләр ҙә яуапһыҙ ҡалманы. Улар республика етәкселегенә даими ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәтен белдерҙе. Күпселек әсәләрҙең биш бала тапҡандан һуң да уҡытыусы, тәрбиәсе, шәфҡәт туташы, социаль хеҙмәткәр, һауынсы һәм хатта полиция хеҙмәткәре булып эшләүен дауам итеүе ҡыуаныслы.
Дәүләкәндән Гөлназ Ҡорманаева тантаналы сараға килгән әсәләр араһынан иң йәше булып сыҡты. 29 йәшендә ул биш бала тәрбиәләй, ә оҙаҡламай алтынсы сабый ҙа донъяға киләсәк.
— Беҙ Айнур менән ике малай, өс ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. Тормошта иң мөһиме – балалар. Ә ата-әсәнең үҙ-үҙен тотошо ныҡлы ғаиләнең төп нигеҙе булып тора. Балаларға ниндәй генә өгөт-нәсихәттәр биреп үҫтермә, улар, тәү сиратта, атай-әсәйенең нисек йәшәүенә ҡарап тәрбиәләнә. Шуға күрә беҙ иптәшем менән татыу йәшәйбеҙ, барлыҡ мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәбеҙ.
Лилиә Ғүмәрова ла был фекер менән килешә.
— Ғаилә именлегенең сере һәр ваҡыт социаль ярҙам сараларына, аҡсаға ҡайтып ҡалмай. Әлбиттә, белем алыу, һаулыҡты нығытыу өсөн балаларға яҡшы шарттар булдырыу зарур, әммә ололарға ихтирамлы ҡараш, үҙебеҙҙең йолаларҙы, мәҙәниәтте, телде хөрмәтләү кеүек ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, нығытыу ҙа бөгөн үтә мөһим, - тине вице-премьер.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика