07:43 (UTC+5), 18 Декабрь 2012

Баш ҡалала Матбуғат балы үтте

Алик Шакиров
Көн элгәре Өфөлә йыл һайын үткәрелеүсе Матбуғат балы үтте. Унда киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре – республика, ҡала һәм район гәзиттәренең, теле- һәм радиокомпанияларҙың баш мөхәррирҙәре һәм журналистары ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙы БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов сәләмләне. Уның билдәләүенсә, быйыл Матбуғат балы «Йондоҙҙар ваҡыты» девизы аҫтында үтә.
— Бындай девиз осраҡлы ғына һайланманы, - тине Борис Мелкоедов. – Журналистар республикала күп, ә ысын мәғәнәһендә талантлы, яҡшы журналистар әҙ. Шуға күрә уларҙы ҡәҙерләргә тейешбеҙ.
Ведомство башлығы хеҙмәттәштәренә яңы ижади уңыштар теләне. Артабан алып барыусылар Марсель Байдәүләтов менән Илья Подольский республика журналистар конкурстарында еңеүселәрҙең исемдәрен иғлан итте. Һөнәри бәйгеләрҙә еңеүселәр тип түбәндәге журналистар табылды:
«Иҡтисад һәм финанстар» номинацияһында - «Республика Башкортостан» гәзите хеҙмәткәре Леонид Пахомов, «Социаль өлкә һәм мәғариф» номинацияһында - «Аскинская новь» гәзите хәбәрсеһе Альбина Мусина, «Бәләкәй Ватан» номинацияһында – Нефтекама ҡалаһының «Красное знамя» гәзите мөхәррире урынбаҫары Зилә Әмирова, «Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше» номинацияһында - «Туймазинский вестник» гәзите хеҙмәткәре Светлана Харисова, ошо уҡ баҫманың йәнә бер хеҙмәткәре Диана Нәсибуллина – «Мәҙәниәт һәм сәнғәт» номинацияһында, «Һаулыҡ һәм экология» номинацияһында - «Октябрьский нефтяник» гәзитенән Светлана Вәлирахманова, «Сәнәғәт һәм инвестициялар» номинацияһында - «Баймакский вестник» гәзите хәбәрсеһе Зөлфиә Сафина еңеүгә лайыҡ булды. Энергетика темаһын иң яҡшы яҡтыртҡаны өсөн Еңеүсе дипломын «Вечерняя Уфа» гәзите хеҙмәткәре Арина Астафьева алды. Коммерция предприятиеһының иң яҡшы матбуғат хеҙмәте тип - «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәте, дәүләт учреждениеһының иң яҡшы матбуғат хеҙмәте тип БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте танылды. Иң яҡшы корпоратив баҫма исеменә «Энергетик Башкортостана» гәзите (ойоштороусыһы – «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте) лайыҡ булды. Иң ауыр темаларҙың береһе - «Сәйәсәт һәм йәмғиәт» номинацияһында «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһынан Рөстәм Зәрәфетдинов еңеүсе тип танылды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Мисс Башҡортостан матбуғаты» исеменә - «Учалинская газета» баҫмаһынан Эльза Скрипченко, «Мистер Башҡортостан журналисы» исеменә Баймаҡ районының «Һаҡмар» гәзитенән Айбулат Ишназаров лайыҡ буды.
Еңеүселәргә дипломдар тапшырыу тантанаһы концерт номерҙары менән байытылды, сара һуңында дискотека ойошторолдо.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика