10:03 (UTC+5), 18 Декабря 2012

Баш ҡала VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерлек буйынса финиш һыҙығына сыға

Дмитрий Слезин
2013 йылдың 26 февраленән 3 мартына тиклем Өфөлә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары үтә. Донъяның төрлө илдәренән балаларҙың үҙ-ара аралашыуы, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыу, балалар спортын үҫтереү Уйындарҙың төп маҡаты булып тора.
Ҡала хакимиәтендә әлеге ҙур сараға арналған сираттағы матбуғат конференцияһы үтте. Башҡортостан баш ҡалаһының халыҡ-ара ярыштарҙы үткәреүгә әҙерлек кимәле тураһында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов һөйләне.
— 2013 йылда Өфөлә үтәсәк уйындарҙа донъяның 22 иленән йәмғеһе 62 ҡаланан вәкилдәрҙең ҡатнашыуы көтөлә. Ҡышҡы уйындар өсөн был рекордлы һан. Башҡортостан баш ҡалаһына Канада, Литва, Швейцария, Ҡаҙағстан, Венгрия, АҠШ, Германия, Австрия, Словения, Украина, Көньяҡ Корея, Белоруссия, Нидерланды, Греция, Австрия, Ҡытай, Италия, Монголия, Эстония һәм, әлбиттә, Рәсәйҙән спортсылар киләсәк. Унда меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә, - тип хәбәр итте Рәмил Дилмөхәмәтов. – Халыҡ-ара балалар уйындары Өфөнөң дүрт ҙур спорт объектында үтәсәк. «Олимпик-Парк» комплексы тау саңғыһы спорты һәм сноуборд буйынса ярыштарҙы ҡабул итәсәк. Әлеге ваҡытта унда балалар спорт мәкәтебенең яңы бинаһын төҙөү буйынса эштәр тамамлана. Ундағы барлыҡ эштәрҙе 15 ғинуарға тиклем тамамларға планлаштырабыҙ.
Өфөнөң Спорт һарайында фигуралы шыуыу һәм шорт-трек буйынса ярыштар үтәсәк. Унда әлегә ҡайһы бер ремонт эштәре үткәрелә. Ә бына «Биатлон» спорт комплексы халыҡ-ара уйындарҙы ҡабул итеүгә әҙер. Ағымдағы йылдың сентябрендә бында йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты үткәрелгәйне инде. Комлекс «А» категорияһына эйә, был иң юғары кимәлдәге халыҡ-ара спорт ярыштарын үткәрергә мөминлек бирә.
«Өфө-Арена» боҙ һарайында хоккей буйынса ярыштар үтәсәк. Был спор объекты шулай уҡ ярыштар үткәреүгә тулыһынса әҙер.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика