Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2012, 13:54

2012 йылдың 12 декабрендә Өфөлә 90-дан ашыу пар ғаилә ҡорған

2012 йылдың 12 декабрендә (ХХI быуаттың һуңғы матур датаһы – 12.12.12) Өфөлә 90-дан ашыу пар ғаилә ҡорған. Һуңғы йылдарҙа бындай матур һанлы көндәрҙә (07.07.2007, 08.08.2008, 09.09.2009) туй тантанһын үткәреү беҙҙә матур йолаға әүерелде.
Мәҫәлән, 2009 йылдың 9 сентябрендә Өфөлә 59 пар ғаилә ҡорған, ә 2011 йылдың 11 ноябрендә бөтә Башҡортостан буйлап ғаилә ҡороуға йәмғеһе 726 ғариза бирелгән.
Әммә, Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы белгестәре фекеренсә, бындай матур һанлы көндәр ныҡлы ғаилә ҡороуға гарантия бирмәй. Ниндәй көндө туй тантанаһын үткәреүгә ҡарамаҫтан, иң мөһиме – бер береңә булған мөнәсәбәт.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: