09:27 (UTC+5), 07 Декабря 2012

Башҡорт дәүләт медицина университетының сығарылыш курс студенттары һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре менән осрашты

Әлим Фәйезов
Башҡорт дәүләт медицина университетында республиканың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәренең алтынсы курс студенттары менән осрашыуы үтте. Сарала шулай уҡ БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова, Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Евгений Степанов, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек начальнигы Нәзир Минһажев, Башҡорт дәүләт медицина университеты проректоры Александр Цыглин, университет факультеттары декандары ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән.
Рәлиҙә Шакирова билдәләүенсә, Башҡортостандың дауалау-профилактика учреждениеларына йәш табиптарҙы йәлеп итеү ведомствоның төп бурыстарының береһе булып тора. Министр урынбаҫары кадрҙар мәсьәләһенә туҡталды, табиптарға социаль ярҙам күрһәтеү саралары, шул иҫәптән «Земство табибы» программаһы хаҡында һөйләне, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ниндәй белгестәрҙең айырыса һорау менән ҡулланылыуы хаҡында әйтте. «Яҡын киләсәктә беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһының кадрҙар рәтен тулыландырырһығыҙ, республика халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшырыту өсөн бөтә көсөгөҙҙө һәм белемегеҙҙе йүнәлтерһегеҙ, тип ышанам», - тине Рәлиҙә Шакирова.
Осрашыу барышында студенттар һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү мөмкинлектәре тураһында хәбәрҙар булды, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Министр урынбаҫары һүҙҙәренсә, студенттар менән бындай осрашыуҙар Башҡорт дәүләт медицина университетында йыш үткәрелә. Улар буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә дөрөҫ йүнәлеш һайларға ярҙам итеү, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен кәрәкле белгестәр менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторола.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика