Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2012, 14:35

Республикала традицион промыслаларға ярҙам итеү маҡсатында Хәйриә фонды булдырылды

Башҡортостанда традицион промыслаларҙы һәм һөнәрҙәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса «Мираҫ» хәйриә фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы булдырылды. Фонд проекттарҙы, күргәҙмәләрҙе финанслау, ижади оҫтаханаларҙың матди-техник базаһын яҡшыртыу менән шөғөлләнәсәк. Бынан тыш, республикала традицион промыслаларҙың һәм һөнәрҙәрҙең торошон һәм уларҙы үҫтереү мөмкинлектәрен өйрәнеү планлаштырыла.
Фонд Идараһына һәм уның Попечителлек советына Башҡортостандың сәнғәт, мәҙәниәт һәм фән хеҙмәткәрҙәре инде. Фонд Идараһы рәйесе итеп республиканың атҡаҙанған рәссамы Васил Ханнанов һайланды.
Автор: Людмила Терновая
Читайте нас