04:41 (UTC+5), 06 Декабря 2012

Рәсәй Дәүләт Думаһында 2013 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындарының презентацияһы үтте

Дмитрий Слезин
Мәскәүҙә Рәсәй Дәүләт Думаһында VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарының презентацияһы үтте, тип хәбәр иттеләр Халыҡ-ара балалар уйындары дирекцияһының матбуғат хеҙмәтенән. Ярыштар 2013 йылдың 26 февраленән 3 мартына тиклем Өфөлә үтә.
— Башҡортостанда спортсылар әҙерләү кимәле һәр ваҡыт юғары булды, унда профессиональ кадрҙар эшләй һәм заманса спорт комплекстары булдырылған, - тип билдәләне Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Игорь Ананских. – 2013 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындары Өфөлә иң юғары кимәлдә үтәсәк, тип ышанам.
— Алдағы йылда Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итәсәк тыуған республикам һәм уның баш ҡалаһы Өфө менән сикһеҙ ғорурланам, - тине 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Римма Баталова. – Мин һәм депутаттар корпусында эшләгән коллегаларым Өфөгә мотлаҡ килеп, Халыҡ-ара балалар уйындарын ойоштороуҙа ярҙам итәсәкбеҙ.
Матбуғат конференцияһы сиктәрендә 2013 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындары дирекцияһы етәксеһе Сергей Степанов журналистарға Уйындар тарихы тураһында һөйләне, Рәсәйҙә улар тәүгә үтәсәге хаҡында әйтте.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика